Стәрлебаш районының Иҫке Ҡалҡаш ауылында йәшәгән хөрмәтле Фәүҡәт Ғәлләм улы Ҡотлошинды 60 йәшлек юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Ул ғүмере буйы тыуған ауылы Иҫке Ҡалҡашта йәшәй. Тормош иптәше Сәлимә Ҡотлошина менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Һәр ҡайһыһына юғары белем алырға, айырым донъя ҡорорға ярҙам иттеләр.
Фәүҡәт Ҡотлошин бала сағынан уҡ тырыш, етеҙ, тәүәккәл булып буй етә. Тыуған ил алдындағы бурысын теүәл үтәй. Ауылдаштары, дуҫтары, туғандары, ҡыҙҙары-кейәүҙәренә һәр ваҡыт иғтибарлы.
Ҡәҙерлебеҙ оҙаҡ йылдар Иҫке Ҡалҡаш ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. Үҙен ойоштороу эштәренең оҫтаһы итеп күрһәтә. Йәштән үк йыр-моңға, шиғриткә ғашиҡ, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та билдәле ул.
Киләсәктә лә ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, сәләмәт булып, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә.
Иң изге теләктәр менән апайығыҙ Фәрзәнә Баһауетдинова, Фәнүзә менән Мирсәйет Ҡылысовтар.