Өфөнән 12 уҡыусы физика буйынса БДИ-ла 100 балл алған19.06.2025

Өфөнән 12 уҡыусы физика буйынса БДИ-ла 100 балл алған

Физиканан берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды.

Өфөнән 12 уҡыусы физика буйынса берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған. Был хаҡта ҡаланың мәғариф идаралығынан хәбәр иттеләр.


Ҡала хакимиәтендә белдереүҙәренсә, 12 уҡыусының етәүһе – 153-сө лицейҙан. Әйткәндәй, бер бала профилле математиканан да 100 балл йыйған.


Билдәле булыуынса, 18 июнгә 5780 уҡыусы БДИ эштәрен 100 балға яҙған.


Шулай уҡ «Башинформ» Белорет районы уҡыусыһының берҙәм дәүләт имтиханында 200 балл туплауы тураһында яҙғайны.


https://www.bashinform.ru/news/obrazovanie/2025-06-18/ege-po-fizike-na-100-ballov-sdali-12-vypusknikov-iz-ufy-4280908



Вернуться назад