БСТ телеканалында йәй көнө республикала хәүефһеҙ ял тураһында брифинг ойошторола
Бөгөн, 19 июндә, БСТ телеканалының тура эфирында 2025 йылдың йәй миҙгелендә хәүефһеҙлек темаһына брифинг була.
Эксперттар, профилле министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре студияла талпандарҙан, эттәрҙән, йыландарҙан һәм ҡырағай хайуандарҙан нисек һаҡланыу, янғын ваҡытында йәки һыу ятҡылыҡтарында көтөлмәгән хәл килеп тыуған осраҡта үҙеңде дөрөҫ тотоу, балаларға өйҙә һәм урамда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрә, шулай уҡ халыҡтың һорауҙарына яуап бирә.
Онлайн-трансляцияны ТВ-каналдың, Республикаға идара итеү үҙәгенең һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең социаль селтәрҙәрендә ҡарағыҙ. Мөрәжәғәттәрҙе һәм комментарийҙарҙы һылтанма буйынса яҙмаға ҡалдырырға мөмкин.
Брифинг киске сәғәт 7-лә башлана (Өфө ваҡыты).