Башҡортостанда йүкә сәскә атҡан19.06.2025
Фото: Галина Бахшиева

Башҡортостанда йүкә сәскә атҡан

Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында йүкә сәскә атҡан. Йүкәнең хуш еҫе тирә-йүнгә таралған.


Йүкә 10-15 көн генә сәскә ата. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бал ҡорттары унан татлы бал йыйып ҡалырға ашыға.


«Былтыр һауа торошо нәҙекәйбилдәргә татлы һут йыйырға мөмкинлек бирмәне, — тип билдәләнә «Башҡортостан» милли паркы белдереүендә. — Быйыл йүкә балы булыр тип өмөтләнәбеҙ».


Бынан алдараҡ Бөрө районының Николаевка ауылынан тәжрибәле умартасы Виктор Южанинов ысын балды ялғанынан нисек айырырға өйрәтте.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-19/v-bashkirii-zatsvela-lipa-4281288



Вернуться назад