Рәсәйҙең хеҙмәт министры 2026 йылдың 31 декабрен ял көнө итергә вәғәҙәләне20.06.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Рәсәйҙең хеҙмәт министры 2026 йылдың 31 декабрен ял көнө итергә вәғәҙәләне

Рәсәйҙең хеҙмәт министры Антон Котяков Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы барышында 2026 йылдың 31 декабрен ял көн итергә вәғәҙәләне, тип хәбәр итә РИА Новости. Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, хеҙмәт министрлығында производство календарын төҙөгәндә рәсәйҙәрҙең байрамға әҙерләнергә мөмкинлеге булһын өсөн йылдың һуңғы көнөн ял көнө итергә уйлайҙар.


«2025 йылда 31 декабрь ял көнө була. 2026 йылда ла шулай эшләргә тырышырбыҙ», — тип Котяковтың әйткән һүҙҙәрен килтерә РИА Новости.


Быйыл 31 декабрь 5 ғинуарҙағы ялды күсереүгә бәйле ял көнө булып тора.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-20/ministr-truda-rossii-poobeschal-sdelat-31-dekabrya-2026-goda-vyhodnym-4284171



Вернуться назад