Йөҙгәсә йәшәйем тиһәң...23.06.2012
Һуңғы ҡырҡ йыл эсендә Японияла оҙаҡ йәшәүселәр 134 тапҡырға артҡан. Унда йөҙ йәштән уҙғандар — 20 мең тирәһе! Донъялағы иң ҡарт кеше лә Японияла йәшәгән.
Уларҙың оҙаҡ йәшәү сере нимәлә икән? Япондар тән һәм рух сәләмәтлеген һаҡлап ҡалыу өсөн түбәндәгеләрҙе тәҡдим итә. Беҙ ҙә уларға ҡолаҡ һалайыҡ!
- Йәшелсә ашағыҙ. Туҡланыу рационында көн һайын аҙ ғына булһа ла йәшелсә йәки емеш булырға тейеш. Асыҡ йәшел йәки ҡыҙғылт-һары төҫтәге йәшелсә (салат, шпинат, кишер) файҙалыраҡ һанала.
- Оло йәштәге кешеләрҙең организмы өсөн май бик кәрәк. Үҫемлек һәм зәйтүн майында ғүмерҙе оҙайтыу өсөн файҙалы матдәләр бар.
- Саф һауала, тәбиғәт ҡосағында күберәк ял итергә тырышығыҙ. Көн һайын физик күнегеүҙәр яһарға кәрәк.
- Күңел тыныслығы ла кеше өсөн мөһим. Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр өсөн артыҡ борсолмағыҙ, киреһенсә, һәр нәмәнең яҡшы яғын табырға тырышығыҙ. Оптимист булығыҙ. Ғалимдар фекеренсә, әгәр ҙә кеше бойоҡ йөрөһә, йыш ҡайғырһа, уның иммун системаһы организмды төрлө инфекция ауырыуынан (хатта яман шештән) һаҡлаусы күҙәнәктәрҙе сығармай башлай икән.
- Яҡшы кәйеф — сәләмәтлек сығанағы. Көлгән ваҡытта бит кенә түгел, ә эс, ашҡаҙан, диафрагма мускулдары ла эшләй. Шулай уҡ тын юлдары ла таҙара.
- Йоҡо ваҡытты бушҡа уҙғарыу түгел. Ул — организм өсөн кәрәкле ял.
- Һыуыҡтан ҡурҡмағыҙ. Гел йылы кейенеп, төрөнөп йөрөмәгеҙ. Тән сынығырға тейеш.
Беҙҙең үҙебеҙҙең дә ғүмерҙе оҙайтыу ысулдары бар. Уның сере — бал! Боронғо мәшһүр ғалимдарҙан Демокрит — 109, Анакреон — 115, Пифагор 90 йыл ғүмер кисергән. Үҙҙәренең оҙаҡ йәшәү серен улар бал ашау менән аңлатҡан. Атаҡлы табип, ғалим, шағир Әбүғалисина: “Әгәр йәшлегеңде һаҡлап ҡалырға теләһәң, бал аша”, — тигән.
Хәҙерге заман ғалимдары ла, күп йыллыҡ тәжрибәләргә таянып, балды даими ҡулланған кешеләрҙең, умартасыларҙың һаулығы ныҡ була һәм улар оҙаҡ йәшәй, тип раҫлай. Әле балдың өлгөргән генә сағы. Рәхәтләнеп яңы балдан ауыҙ итәйек һәм оҙаҡ йәшәйек!