Республика колледждарында бюджет урындары һаны билдәле булды17.06.2025

Республика колледждарында бюджет урындары һаны билдәле булды

2025-2026 уҡыу йылына Башҡортостан колледждарында 24 меңгә яҡын бюджет урыны әҙерләнгән. Мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Светлана Антипина Республика менән идара итеү үҙәгенә интервьюһында ошо турала белдерҙе.


Эфир ҡунағы әйтеүенсә, документтар тапшырыу ваҡыты 15 августа тамамлана. Әгәр урта махсус уҡыу йорттарында өҫтәмә урындар ҡалһа, һайлап алыу 25 ноябргә тиклем бара. Юғары уҡыу йорттарында иһә 25 июлгә тиклем ҡабул итәләр.


Бынан алдараҡ республикала рус теленән берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-17/stalo-izvestno-chislo-byudzhetnyh-mest-v-kolledzhah-bashkirii-4278710



Вернуться назад