Президент «Башинформ»дың әҙәби мөхәрриренә маҡтаулы исем бирҙе
Рәсәй президенты Владимир Путин указы менән илебеҙ журналистикаһы өлкәһендәге хеҙмәттәре һәм күп йыллыҡ емешле эше өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакировҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Бынан тыш, ошо уҡ указ менән Өфө Көрәш һарайы директоры урынбаҫары Александр Григорьев «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. БДМУ-ның кафедра мөдире Нәзирә Шәрәфетдинова «Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре» маҡтаулы исем менән билдәләнде.