Башҡортостанда көндәр йәнә һалҡынайта17.06.2025
Фото: Галина Бахшиева

Башҡортостанда көндәр йәнә һалҡынайта

Бөгөн үк Башҡортостанда көндөҙ +18 градусҡаса һалҡынайта, тип хәбәр итте республика синоптиктары.


Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 17 июндә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +18, +23 градус.


Шаршамбы, 18 июндә, йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән йәшен фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9,+14, көндөҙ +18, +23 градус.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-17/v-bashkirii-vnov-poholodaet-4278320



Вернуться назад