Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа һәйкәл асылды16.06.2025
Фото: социаль селтәрҙәр

Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа һәйкәл асылды

Башҡортостанда тантаналы рәүештә Салауат Юлаевҡа һәйкәл асылды. Ул данлы яугир һәм шағир-сәсәндең исемен йөрөткән Салауат районында урынлашҡан.


Һәйкәл Өфөнөң төп биҙәге булған атлы статуяның күсермәһе булып тора. Монументта «Салауат Юлаев (1754-1800) — башҡорт халҡының милли геройы» тигән яҙыу ҡуйылған.


«Салауат районына ингән ерҙә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа һәйкәл асыу тантанаһы уҙҙы. Салауат Юлаев –  республикабыҙ символы,ул беҙҙең хәтерҙә мәңгегә хоҡуҡ һәм азатлыҡ өсөн көрәшсеһе булып ҡалыр. Яҡташыбыҙҙың рухы беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәһен һәм тыуған ил өсөн изге эштәргә рухландырһын!» — тип яҙҙы район башлығы Марс Кашапов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.


Ошо көндәрҙә Салауат районында «Салауат йыйыны-2025» республика фольклор байрамы ойошторолдо. Быйыл ул Салауат Юлаевтың тыуыуына 271 йыл тулыуға арналды.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-15/v-bashkirii-torzhestvenno-otkryli-pamyatnik-salavatu-yulaevu-4276759



Вернуться назад