Их, гитара!23.06.2012
- Донъялағы иң бәләкәй гитараны АҠШ-тың Корнелл университеты оҫталары эшләгән. Уның оҙонлоғо — 10 микрометр. Остоҡ ҡына гитараның хатта алты ҡылы ла бар, уларҙың ҡалынлығы — 50 нанометр.
- Иң бәләкәй гитара булғас, уның иң ҙуры ла булырға тейеш бит. Бындай уйын ҡоралын Америка малайы — мәктәп уҡыусыһы эшләгән. Гитараның ауырлығы — 450 килограмм, ә оҙонлоғо — 11,5 метр. Иң ғәжәбе шул: унда уйнарға мөмкин. Тик нисек икәнлеген күҙ алдына килтереүе генә ауыр.
- Донъялағы иң ҡиммәтле гитараның хаҡы — 2 800 000 доллар! “Fender Stratocaster” маркалы был ҡоралдың ҡиммәт булыу сере шунда: унда донъялағы барлыҡ билдәле рок-музыканттар ҡултамғаһын ҡуйған. Уйын ҡоралын аукционда һатҡандар, ә аҡса 2004 йылдағы цунамиҙа зыян күреүселәргә ярҙамға тотонолған.
- Финляндияла йыл һайын “һауа” гитараһында уйнау бәйгеһе уҙғарыла. Унда бөтә донъянан ҡатнашыусылар йыйыла. Ысынлап та, сығыштар барышында тамашасы уйнаусы ҡулында музыка ҡоралын күрмәйәсәк. Сөнки конкурстың шарты буйынса уйынсы ҡулында гитара бар тип күҙ алдына килтерә. Әммә сығышың ысынға оҡшарға тейеш. Музыканы жюри ағзалары үҙҙәре һайлай һәм баһалағанда техникаға, артислыҡҡа һәм тамашасы һөйөүенә иғтибар бирелә.
- Хулио Иглесиас йәш сағында ҡапҡасы була һәм Мадридтың “Реал” командаһында уйнай, әммә 20 йәшендә автомобиль һәләкәтенә осрай, өс йыл буйы дауаханала ята. Фалиж һуҡҡандан һуң уның ҡулдары ғына эшләй. Шул саҡта Хулио Иглесиас гитара уйнарға өйрәнә һәм бөтә донъяла билдәле музыкантҡа әүерелә.