Башҡортостанда балыҡсы 50 килограмлыҡ йәйен тотҡан16.06.2025
Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы Денис Ирназаровтың телеграм-каналы

Башҡортостанда балыҡсы 50 килограмлыҡ йәйен тотҡан

Ағиҙел ҡалаһында балыҡсы Ағиҙел йылғаһында 50 килограмлыҡ йәйен тотҡан. Һыу аҫты һунарында Ҡазан ҡунағы Артур Ғариповҡа уңыш йылмайған.


Хакимиәт башлығы Денис Ирназаров ҡалала уҙған һыу аҫты һунары буйынса «Миҙгелде асыу – 2025» республика фестивале һөҙөмтәләре менән уртаҡлашты.


Өс көн барған ярышта 105 балыҡсы, Рәсәйҙең 12 төбәгенән 35 команда ҡатнашты.


Әйткәндәй, 50 килограмлыҡ йәйендән тыш, рекордсылар исемлегендә һаҙан (12,7 кг), суртан (4,4 кг), ҡорман (1,9 кг), табан балыҡ (1,5 кг) һәм ҡарабалыҡ (1,7 кг) бар.


Ярышта Татарстандың «Ҡазан сити» командаһы еңеү яуланы.


Бынан алдараҡ Башинформ Йомағужа һыуһаҡлағысында ла 50 килограмлыҡ йәйен тотоуҙары хаҡында яҙғайны.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-15/v-bashkirii-rybak-poymal-soma-vesom-50-kilogrammov-4276490



Вернуться назад