Башҡортостан табибы ВИЧ-инфекциянан нисек һаҡланыу тураһында һөйләне
Элегерәк барыбыҙ ҙа ВИЧ менән наркомандар ғына сирләй һәм был беҙгә бер нисек тә ҡағылмай тип һөйләһәк, хәҙер хәл ҡырҡа үҙгәрҙе. Бөгөн халыҡтың маргиналь ҡатламдары ғына түгел, ә эшләп йөрөгән, әүҙем тормош алып барған кешеләр ҙә ауырый. Йәғни, хәҙер оҙаҡ ваҡыт бер ниндәй билдәләре күҙәтелмәгән, ләкин һуңынан ауыр һәм үлемесле хәүеф менән янаған хроник сирҙе һәр кемдең йоҡтороуы ихтимал.
Был вирус нимәһе менән хәүефле, уны нисек йоҡтормаҫҡа, ВИЧ буйынса хәл-торош һәм киләсәккә прогноз – «Башинформ» агентлығының ошо һәм башҡа һорауҙарына Республика СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәгенең табип-эпидемиологы Айгөл Хәйертдинова яуап бирҙе.
— Айгөл Марат ҡыҙы, ВИЧ-инфекция нимә ул һәм унан һаҡланырға мөмкинме?
ВИЧ-инфекция – вирус тыуҙырған ауырыу. Ул кешенең иммун системаһын ҡаҡшата, уның инфекцияларҙан һәм ауырыуҙарҙан һаҡланыу һәләтен юҡҡа сығара. Һөҙөмтәлә СПИД барлыҡҡа килеүе ихтимал.
ВИЧ-инфекциянан һаҡланыу өсөн енси мөнәсәбәткә ингәндә презерватив ҡулланырға, шулай уҡ сәләмәт тормош алып барырға кәрәк.
— ВИЧ-тан һаҡланыу өсөн төп ҡағиҙәләрҙе әйтеп үтегеҙ әле.
Мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт белеү кешегә һәр аныҡ осраҡта төплө уйланылған ҡарар ҡабул итергә мөмкинлек бирә. Барыһына ла билдәле «Көс — белемдә» тигән әйтем бөгөн дә актуаллеген юғалтмай.
— Әлеге ваҡытта ВИЧ-инфекция нисек йоғорға мөмкин?
Һаҡланмаған енси бөйләнеш. Инъекцион наркотиктар аша йоҡтороу үткәндә ҡала бара, һәм социаль портрет үҙгәрә. Шуға ҡарамаҫтан, ВИЧ-инфекция менән зарарланыу юлдары тураһында бөтәһенә лә белергә кәрәк.
Инфекция йоҡтороуҙың тағы бер юлы бар – вертикаль, йәғни сирле әсәйҙән сабыйға күсә. Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһының яҡшы эшләүе һөҙөмтәһендә ВИЧ менән ауырыған йөклө ҡатын-ҡыҙҙар, ҡағиҙә булараҡ, һау-сәләмәт балалар таба.
Әгәр ВИЧ-тан һаҡланырға теләһәгеҙ, күберәк мәғлүмәт туплағыҙ. Вирус йоҡтороу юлдары тураһында күберәк беләбеҙ икән, ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү һәм ҡурҡмайынса йәшәү еңелерәк.
Һис шикһеҙ, алкоголь, психотроп матдәләр йыш ҡына осраҡлы енси мөнәсәбәткә сәбәпсе була, ә стериль булмаған шприцтар һәм энәләрҙе ҡулланғанда ВИЧ-инфекция йоҡтороу хәүефе юғары. Табиптар әйтеүенсә, зарарланыу өсөн «бер тапҡыр» ҙа етергә мөмкин.
Әлбиттә, даими тест үтеү мөһим. Рәсәй граждандары аноним рәүештә һәм бөтөнләй бушлай үтергә мөмкин. ВИЧ-ты иҫкәртеүҙә ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, партнерға тоғролоҡ һәм ихтирам ҙур роль уйнай.
— ВИЧ-инфекцияны тышҡы билдәләре буйынса асыҡларға мөмкинме? Тест инфекция йоҡтороу-йоҡтормауҙы тикшереү өсөн берҙән-бер дөрөҫ ысул булып торамы?
ВИЧ-ты тышҡы билдәләре буйынса билдәләп булмай. Был инфекцияның оҙаҡ ваҡыт бер ниндәй билдәләре күҙәтелмәй. Кеше һау-сәләмәт булып күренергә, әммә шул уҡ ваҡытта сирле һәм инфекция сығанағы булыуы ихтимал. ВИЧ-инфекция тураһында белеү өсөн ВИЧ-ҡа ҡан тапшырырға кәрәк.
— Үҙеңдең ВИЧ-статусыңды йыш тикшерергә кәрәкме? Әгәр тест ыңғай һөҙөмтә күрһәтһә, нимә эшләргә?
ВИЧ-ҡа даими тикшеренеп тороу инфекцияны контролдә тотоу һәм үҙеңде, тирә-йүндәгеләрҙе вирустан һаҡлау өсөн үтә мөһим. Әгәр һеҙҙә сир йоҡтороу хәүефе юҡ икән, йылына бер тапҡыр тест үтергә була. Әгәр инфекция йоҡтороу хәүефе булһа, 3, 6 һәм 12 айҙан һуң ҡабаттан тикшерелергә кәрәк.
Әгәр тест ВИЧ-инфекцияға ыңғай һөҙөмтә күрһәтһә, тиҙ арала СПИД-ты иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәш үҙәгенә йәки йәшәгән урын буйынса инфекционисҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Унда диагнозды раҫлау өсөн өҫтәмә тикшереүҙәр үткәрелә. Диагноз раҫланғандан һуң табип дауа тәғәйенләй һәм кәңәштәр бирә.
— Ҡайҙа тикшерелергә мөмкин? Башҡортостанда халыҡты ВИЧ-инфекцияға тикшереү динамикаһы ниндәй?
Йәшәгән урын буйынса поликлиникаларҙа, шулай уҡ республиканың СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, уларға ҡаршы көрәш үҙәгендә (Өфө, Кустарная урамы, 18) ВИЧ-ҡа тикшереү үтергә мөмкин. Беҙҙең үҙәктә аноним рәүештә анализ тапшырыу мөмкинлеге бар. Унда ҡан өлгөһөнә паспорт мәғлүмәттәре түгел, ә билдәле бер номер яҙыла, анализ һөҙөмтәһен шуның буйынса алаһың. Һөҙөмтә икенсе көнгә үк билдәле була.
Республикала халыҡты ВИЧ-ҡа тикшереүҙәр һаны йылдан-йыл арта. Инфекцияға экспресс-тест үтергә теләүселәр ҙә күп.
— Киләһе йылдарҙа республикала вич-инфекцияға бәйле хәл нисек булыр тип уйлайһығыҙ?
Һуңғы йылдарҙа төбәктә ВИЧ-ҡа бәйле хәлдең тотороҡланыуын иҫәпкә алып, киләсәктә хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрер тип ышанам.