Республика Башлығы Бүздәктәге социаль объекттарҙы ремонтлау буйынса йөкләмәләр бирҙе16.06.2025
Фото: Олег Яровиков

Республика Башлығы Бүздәктәге социаль объекттарҙы ремонтлау буйынса йөкләмәләр бирҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бүздәктәге социаль объекттарҙы ремонтлау буйынса йөкләмәләр бирҙе. Тәү сиратта был урындағы ауыл хужалығы колледжына, район мәҙәниәт йортона һәм таҙартыу ҡоролмаларына ҡағыла.


Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбевҡа ошо объекттарҙы «Профессионалитет» программаһына йәки 2026-2027 йылдарға төҙөкләндереү буйынса төбәк программаларына индереү мөмкинлеген ҡарарға, шулай уҡ быға район эшҡыуарҙарын йәлеп итергә ҡушты.


«Ремонт өсөн аҡсаның күпмелер өлөшөн республика бүлә, күпмелер өлөшөн эшҡыуарҙар яғынан йәлеп итергә мөмкин. Уҙған ял көндәрендә колледжға барҙым, унда таҙа, йыйнаҡ, әммә беҙ балаларҙың заманса шарттарҙа уҡыуын теләйбеҙ», — тине ул дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.


Бынан алда «Башинформ» Радий Хәбировтың Бүздәктең ауыл хужалығы колледжына барыуы хаҡында яҙғайны.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-16/glava-bashkirii-dal-porucheniya-po-remontu-sotsob-ektov-v-buzdyake-4277384



Вернуться назад