
Эҫе һәм ҡойма ямғыр: синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте
Башҡортостанда алдағы ике көндә эҫе һауа торошо көтөлә, тип фаразлай Башгидромет синоптиктары.
Бөгөн, 11 июндә, көндөҙ урыны менән йәшенләп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы мөмкин. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, йәшен ваҡытында көслө. Көндөҙ һауа температураһы +27, +32 градус.
Иртәгә, 12 июндә, урыны менән йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ урыны менән ҡойма ямғыр һәм боҙ-борсаҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан, талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Төндә температура +13, +18 градус, көндөҙ иһә +26, +31 градусҡаса күтәрелә.