Популяр блогер Рөстәм Нәбиев – күп балалы атай11.06.2025
Фото: Ленара Иванованың социаль селтәрҙәре

Популяр блогер Рөстәм Нәбиев – күп балалы атай

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр тағы берәүгә артты. Уҙған төндә Индира һәм Рөстәм Нәбиевтарҙың ғаиләһендә күптән көтөлгән ҡыуаныслы ваҡиға булды. Малайҙың исеме – Таир. Был хаҡта Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.


«Нәбиевтар ғаиләһен ҡотлайым! Ура! Рөстәм Нәбиевтың улы тыуған! Тағы бер күп балалы ғаилә!», — тип яҙа ул сәхифәһендә.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Нәбиевтар ғаиләһендә София һәм Әминә исемле ике ҡыҙ үҫеп килә.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-11/izvestnyy-v-bashkirii-bloger-rustam-nabiev-stal-mnogodetnym-ottsom-4273849



Вернуться назад