Башҡортостандың өс урмансылығында янғынға ҡаршы сикләү оҙайтылды11.06.2025

Башҡортостандың өс урмансылығында янғынға ҡаршы сикләү оҙайтылды

Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән урмансылыҡтары биләмәһенә транспорт менән инергә ярамай. Башҡортостан урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Найлә Зарипова хәбәр итеүенсә, хәҙер был саралар 6 июлгә тиклем ғәмәлдә ҡала.


«Сикләү урман үҫентеләрен ҡуртымға алыу һәм һатыу-һатып алыу килешеүенә ярашлы урмандарҙы һаҡлау, тергеҙеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырған юридик шәхестәргә һәм граждандарға ҡағылмай. Әммә туристарға һәм һунарсыларға ҡәтғи ҡағыла. Был осорҙа урман фонды биләмәләрендә тикшереү ойошторола»,  – тип белдерҙеләр ведомствола.


Урмансылыҡтарҙа янғынға ҡаршы режим 15 июнгә тиклем ғәмәлдә ине.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-11/v-treh-lesnichestvah-bashkirii-prodlili-protivopozharnye-ogranicheniya-4274243



Вернуться назад