Өфөлә «Әйҙә уйнарға» фестивалендә 267 меңдән ашыу кеше ҡатнашты
Өфөлә «Әйҙә уйнарға» фестивалендә 267 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, тип белдерҙе мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 5-8 июндә баш ҡалабыҙҙа икенсе тапҡыр «Әйҙә уйнарға» Бөтә Рәсәй уйын һәм уйынсыҡтар фестивале үтте.
Сарала илдең 10 төбәгенән 150-гә яҡын етештереүсе һәм кәсепсе ҡатнашты. Түбәнге Новгород һәм Киров өлкәләре делегациялары фестивалгә бик күп уйынсыҡтар алып килгәйне.
Фестиваль программаһы бай булды, тематик конкурстар, лекциялар, спорт ярыштары, Рәсәй артистарының сығышы, йөҙләгән оҫталыҡ дәрестәре үтте. «Союзмультфильм» студияһы күптәрҙең яратҡан майҙансығына әүерелде.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, балалар, ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр, шулай уҡ эксперттар версияһы буйынса иң яҡшы уйынсыҡ етештереүселәр аталды.
«8 июндә беҙ тәүгә башҡорт әҙәбиәтенең бөйөк ҡомартҡыһы – «Урал батыр» эпосына арналған байрамды билдәләнек. Был көндө төп сәхнәлә Сибай башҡорт драма театрының «Самрау батшаның бүләге» спектакле ҡуйылды, балалар бик ҡыҙыҡһынып ҡараны. Шулай уҡ «Урал батыр» эпосының факсимиль күсермәһен Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Республиканың Милли музейында үткән түңәрәк өҫтәлдә көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде һәм эпостың әһәмиәте тураһында уй-фекерҙәр яңғыраны», — тип өҫтәне Әминә Шафиҡова.