Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын хәүефе тураһында иҫкәртте09.06.2025
Фото: Ксения Калинина

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын хәүефе тураһында иҫкәртте

Башҡортостанда киләһе тәүлектә хәүефле метеорологик күренештәр фаразлана. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, көньяҡ-көнсығышта ғәҙәттән тыш янғын хәүефе, көндөҙ урыны менән йәшен йәшнәүе, елдең секундына 15 метрға етеүе көтөлә.


Иртәгә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр, йәшен. Ел көньяҡтан, төндә тиҙлеге секундына 0-5 метр, көндөҙ 5-10 метр, урыны менән 15 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә +13, +18°, көньяҡ-көнсығышта +7, +12°, көндөҙ +27, +32°. Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге яҡшы.


Бөгөн Башҡортостан Башлығы республиканың һыу объекттарында эште көсәйтергә ҡушты.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-09/mchs-po-bashkirii-predupredilo-o-chrezvychaynoy-pozharoopasnosti-4270597



Вернуться назад