Башҡортостан Башлығы Азамат Шаһисолтановты генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне
Радий Хәбиров махсус хәрби операция яугире Азамат Шаһисолтановты генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне. Яҡташыбыҙ республика етәксеһенә һәм халҡына фронттағыларға ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Мин әле бер ҡайҙа ла МХО-ла ҡатнашыусыларға шундай ярҙам күрһәтелеүен күргәнем юҡ», — тине Азамат Шаһисолтанов.