Башҡортостанда Тимерйән Рәжәпов 58-се йәшендә арабыҙҙан китте
«Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы» рәйесе Тимерйән Рәжәпов вафат. Афғанстанда һәм Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы, Башҡортостандан Луганск Халыҡ Республикаһына гуманитар ярҙам ойоштороусы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, запастағы милиция капитаны 8 июндә дауаханала операция ваҡытында донъя ҡуйған. Уға 57 йәш ине.
Тимерйән Рәжәп улы «Башинформ» агентлығына биргән интервьюларында Тыуған илде яратырға, һаҡларға һәм уның сәскә атыуы өсөн барыһын да эшләргә кәрәклеген билдәләне. Быны ул үҙ миҫалында раҫланы. Махсус хәрби операция башланыр алдынан уҡ республикабыҙҙа тәүгеләрҙән булып Башҡортостандың Донбасҡа гуманитар ярҙам туплау эшендә ҡатнаша башланы.
«Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һалынған изге традицияларҙы һаҡлап, әлеге ауыр ваҡытта ла яңы хәрби хәрәкәттәр барышында зыян күргән Луганск халҡына ярҙам итергә тырышабыҙ», — тигәйне Тимерйән Рәжәпов 2017 йылда.
2024 йылда Тимерйән Рәжәпов Рәсәйҙең оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус операция бурыстарын үтәргә юлланды. Уның армияла алған тәжрибәһе бер нисә тапҡыр хәрби операциялар ваҡытында башҡорт яугирҙәренә ярҙам итте. Уларҙың береһендә ул яраланды. Офицер Өфөлә дауалана ине.
«Башинформ» мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.