Башҡортостан менән сиктә М5 трассаһының төҙөкләндерелгән участкаһы файҙаланыуға тапшырылды05.06.2025
Фото: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы

Башҡортостан менән сиктә М5 трассаһының төҙөкләндерелгән участкаһы файҙаланыуға тапшырылды

Башҡортостан сигендә, Силәбе өлкәһенең Әшә районында М5 «Урал» трассаһының төҙөкләндерелгән 14 саҡрымлыҡ участкаһы асылды.


Был объектта 2023 йылдың яҙынан башлап аҙна һайын бер нисә сәғәткә ҙур йөк машиналары өсөн юл ябылып торҙо. Әлеге участкала быраулау-шартлатыу эштәре алып барылды, Урал тауҙары аша дүрт һыҙатлы юл һалынды.


Силәбе өлкәһенең киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, киләһе йылда Эҫем йылғаһы аша урау юл һәм бейеклеге 46 метрлыҡ эстакада асыла.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-04/na-granitse-s-bashkiriey-posle-rekonstruktsii-otkryli-uchastok-trassy-m5-4264810



Вернуться назад