Башҡортостан синоптиктары ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте05.06.2025

Башҡортостан синоптиктары ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары ял көндәренә һауа торошо менән таныштырҙы. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала ҡыҫҡа ваҡытлы, төндә урыны менән көслө ямғыр яуыуы, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе көтөлә. Көньяҡ-көнсығышта яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +18, +23°.


Йома, 6 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +7, +12°, көндөҙ +20, +25°.


Шәмбе, 7 июндә, яуым-төшөм көтөлмәй, көньяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +7, +12°, көндөҙ +21, +26°.


Йәкшәмбе, 8 июндә, һауа температураһы төндә +19°, көндөҙ +27° була. Яуым-төшөм көтөлмәй.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-05/sinoptiki-dali-prognoz-na-trehdnevnye-vyhodnye-v-bashkirii-4264941



Вернуться назад