«Әйҙә уйнарға» фестивалендә Башҡортостан картаһы төшөрөлгән пазлды күрһәттеләр
Сибайҙан Креатив индустриялар мәктәбе баш ҡалабыҙҙа барған «Әйҙә уйнарға» фестивалендә ҡатнашыусыларға үҙҙәре эшләгән пазлдар һәм башватҡыстар тәҡдим итте.
Экспозицияла ысын хитҡа әүерелгән үҫтереүсе уйынсыҡтар серияһы бар. Уларҙың береһе – Башҡортостандың лазер менән һырлап яһалған үҙенсәлекле пазл-картаһы.
Был ябай башватҡыс ҡына түгел, ә балаларға тыуған яҡтың географияһын нығыраҡ белергә ярҙам иткән уйын. Рәсәй картаһы пазлы ла шундай ысул менән эшләнгән. Ә башҡорт орнаменттары менән түңәрәк башватҡыстар һәм Сибай ҡалаһының 70 йыллығына ҡарата яһалған сылтыраҡтар 3D-принтерҙа баҫылған.
— Балалар үҙ идеяларының әһәмиәтле булыуын күрһендәр ине. Уйынсыҡ рәхәтләнеп уйнау ғына түгел, ә үҙеңде күрһәтеү, ижад итеү, үҫешеү һәм хатта аҡса эшләү мөмкинлеге лә, — тип билдәләне Креатив индустриялар мәктәбе етәксеһе Резеда Яхина.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәктәп 2024 йылдың октябрендә Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжында асылды. Башҡортостанда ул ошондай өс мәктәптең береһе булып тора.