Башҡортостанда ҡыҫҡа эш көнө башланды
Бөгөн, 5 июндә, Башҡортостанда эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла, сөнки 6 июндә билдәләнгән Ҡорбан байрамы рәсми ял көнө булып тора.
Производство календарына ярашлы, 5 июнь – байрам алды көнө, эш биреүселәр эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартырға тейеш. Был ҡағиҙә аҙнаһына биш көн эшләгән хеҙмәткәрҙәргә ҡағыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй көнө уңайынан Башҡортостанда киләһе эш аҙнаһы ла ҡыҫҡараҡ була.
«Башинформ» яҙғанса, Рәсәй көнө айҡанлы 12 июндән 15-нә тиклем ял көндәре булып тора.
Быйыл 12 июнь кесаҙнаға тура килә. Бынан тыш, 8 марттағы ял көнө 13 июнгә күсерелде, 14 һәм 15 июнь иһә ғәҙәти ял көндәре. 11 июндә эш көнө ҡыҫҡартыла.