Республикала 59 турмаршрут рәсми исемлеккә индерелде
Башҡортостанда рәсми туристик маршруттар исемлеге төҙөлдө.
Агентлыҡ хәбәр иткәнсә, туристик маршрутҡа рәсми тигән статус биреү туроператорҙарҙан тейешле ғариза ҡаралғандан һуң ғәмәлгә ашырыла. Ғариза биреүселәргә критерийҙар иҫәбендә — республика биләмәһендә бер йылдан ашыуыраҡ эшмәкәрлек алып барыу; туристик маршрутты Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә, рейтингтарҙа күрһәтеү.
Туроператорҙарҙан бөтәһе 67 ғариза килгән, тип хәбәр иттеләр республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. Ведомство-ара комиссия 59 маршрутты хуплап, исемлеккә индерҙе. Категориялы туристик походтар был исемлектә юҡ.
«Исемлектә рәсми раҫланған маршруттар тураһында дөйөм мәғлүмәттәр генә бирелде. Ул туристарға сәйәхәтте планлаштырырға ярҙам итеү өсөн булдырылды», — тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.
Ентеклерәк мәғлүмәт алыу өсөн туроператорҙарға һәм ойоштороусыларға туранан-тура мөрәжәғәт итергә кәңәш ителә. Туристик маршруттың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн турҙы ойоштороусы яуаплы. Республиканың рәсми туристик маршруттары исемлеге менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.
Бынан алдараҡ Башинформ Өфөнө балалар туризмы баш ҡалаһы тип таныуҙары хаҡында хәбәр иткәйне.