Республикала йәнә 256 етем бала торлаҡлы булды04.06.2025
Фото: Артем Ковшовтың телеграм-каналы

Республикала йәнә 256 етем бала торлаҡлы булды

Башҡортостанда йыл башынан 256 етем бала торлаҡ һәм сертификаттар менән тәьмин ителде, тип хәбәр итте республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов үҙенең телеграм-каналында.


Етемдәр 45 ҡала һәм районда үҙ фатирын һәм сертификаттар алды.


«Ошо категорияға ҡараған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн барлыҡ сараларҙы күрәбеҙ. Был эшебеҙҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып тора, — тип билдәләне Артем Ковшов. — 2025 йылда әлеге маҡсатҡа 2,8 миллиард һум ҡаралған. Аҡса 749 етем баланы торлаҡ йәки сертификаттар менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә».


Мәҫәлән, яңыраҡ Октябрьскийҙа етем балалар Ленин проспектында — 14, Нефтекамала һәм Көйөргәҙе районында дүрт яңы, барлыҡ уңайлыҡтары булған фатир алды.


Бынан алдараҡ Хәйбулла районында МХО яугиренә торлаҡ сертификаты тапшырылыуы тураһында хәбәр иткәйне Башинформ.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-04/v-bashkirii-esche-256-detey-sirot-poluchili-svoe-zhilie-4263857



Вернуться назад