Республикала ҡымыҙ конкурсы ойошторола04.06.2025

Республикала ҡымыҙ конкурсы ойошторола

Быйыл Башҡортостанда ҡымыҙ конкурсы уҙғарыла. Көнөн ойоштороу комитеты билдәләй, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан хөкүмәтендә.


Конкурстың төп маҡсаты – йылҡысылыҡтың, ҡымыҙ бешеүҙең милли традицияларын һаҡлау, «Башҡорт ҡымыҙы» брендын үҫтереү һәм ҡымыҙ менән дауалауҙы популярлаштырыу. Ҡымыҙ етештереүселәр үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша ала.


Конкурста предприятиелар һәм фермерҙар (бизнес субъекттары) ҡатнаша ала.


Өс номинация тәҡдим ителә: тәбиғи башҡорт ҡымыҙы, бейә һөтөнән бешелгән һәм өҫтәмәлә ҡушылған ҡымыҙ, ҡымыҙ эсемлеге.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-03/v-bashkirii-provedut-konkurs-kumysa-4263327



Вернуться назад