Өфөлә «Ҡариҙел һуҡмағы»н төҙөкләндереү тамамлана
Башҡортостандың баш ҡалаһында «Өфө муйынсағы»ның иң матур участкаларының береһе — «Ҡариҙел һуҡмағын» төҙөкләндереү эштәре тамамлана. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев хәбәр итте.
Биш саҡрым оҙонлоҡтағы яңы маршрут өфөләрҙең яратҡан урынына әүерелде. Йәйәүлеләр зонаһы Киров һәм Совет райондары территорияһын — «Аврора ынйыһы»н һәм «Аҡбуҙат һуҡмағы»н берләштерә.
«Дөйөм оҙонлоғо бер километр тәшкил иткән ике баҫҡыс ҡуйылды, асфальт түшәйбеҙ, яҡтыртҡыстар урынлаштырабыҙ, күҙәтеү һәм спорт майҙансыҡтары төҙөйбөҙ. Былар барыһы ла халыҡтың яҡшы һәм сәләмәт ялын ойоштороу өсөн», —тип билдәләне Ратмир Мәүлиев.