Әбйәлил районында геологоразведка тәбиғәткә йоғонто яһамай — экология министрлығы
Әбйәлил районы биләмәһендә геологоразведка эштәрен башҡарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһо аҙ. «Честно говоря» программаһында Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Данил Шәрәфетдинов ошо турала белдерҙе.
«Геологоразведка башлыса быраулау һәм геофизик эштәрҙән тора. Ғөмүмән, тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһо аҙ. Был эштәр файҙалы ҡаҙылмаларҙың булыу-булмауын, уларҙың сифатын һәм сәнәғәт ҡиммәтен баһалау өсөн үткәрелә. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеген артабан Росприроднадзорҙың төбәк идаралығы контролдә тота», — тине Шәрәфетдинов.
Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге етәксеһе Василий Мартыненко һүҙҙәренсә, уникаль биотөрлөлөккә айырым ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү түгел, ә тәртипкә һалынмаған туризм нығыраҡ зыян килтерә.
«Бөгөнгө көндә ҡырағай туризм ныҡ үҫешкән. Күп кенә туристар тау башына йәйәү менергә теләмәй, ә квадроциклдарҙа йөрөүҙе хуп күрә. Ә тәгәрмәс эҙҙәре тиҫтәләгән йылдар буйына бөтмәй. Шулай уҡ хәҙер төрлө мини-отель, бунгало, ҡунаҡ йорттары төҙөлгән, әммә улар үҙәк канализацияға тоташтырылмаған, шуға күрә ҡалдыҡтар күлгә ағып төшә. Элегерәк Яҡтыкүл иң таҙа һыу ятҡылыҡтарының береһе тип иҫәпләнһә, бөгөн уның статусы шик тыуҙыра», — тине эксперт.