Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе Ярослав Нилов менән осрашты03.06.2025
Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе Ярослав Нилов менән осрашты

3 июндә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе Ярослав Нилов менән осрашты.


Осрашыуҙа социаль өлкәне үҫтереү, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү мәсьәләләре тикшерелде, тип хәбәр итә республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте. Айырыуса «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының эшенә иғтибар бүленде. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ойошмаға Өфөнөң Совет майҙаны янында өҫтәмә бина бүленә.


Ярослав Нилов республиканың яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йәһәтенән системалы эшен билдәләне.


«Бөгөн МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам темаһы мөһим урынды биләй. Властың бөтә кимәлдәрендә лә комплекслы ярҙам күрһәтергә әҙер булыу бурысы тора. Психологик ярҙам, терапия, яңы реабилитация үҙәктәрен асыу. Башҡортостан Башлығы өҫтәмә реабилитация үҙәге асырға, шулай уҡ «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы өсөн яңы бина бирергә ҡарар иткән. Ҡала үҙәгендә урынлашҡан филиал хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн күп функциялы үҙәккә әүерелеүе мөмкин», — тине ул.


Башҡортостанда әлеге ваҡытта республиканың социаль яҡлау системаһында 11 меңдән ашыу белгес эшләй. Ул социаль ярҙам, халыҡты хеҙмәтләндереү, мәшғүллек, хеҙмәт һәм ғаилә сәйәсәте мәсьәләләре кеүек йүнәлештәрҙе берләштерә.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-03/radiy-habirov-vstretilsya-s-predsedatelem-komiteta-gosdumy-yaroslavom-nilovym-4263113



Вернуться назад