Башҡортостанда июндәге байрам көндәрендә пенсия түләү графигы үҙгәрҙе03.06.2025
Фото: Валерий Шахов

Башҡортостанда июндәге байрам көндәрендә пенсия түләү графигы үҙгәрҙе

Башҡортостанда июндәге байрам көндәренә бәйле пенсия һәм пособиелар түләү графигы үҙгәрҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6 июнь – Ҡорбан байрамы ял көнө тип иғлан ителде, 12 июндә Рәсәй көнө билдәләнә.


Социаль фондтың төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡайһы бер пособиелар һәм пенсиялар тәғәйен көндәрҙән алдан түләнә. 


12 июндә кредит ойошмалары аша күсерелгән пенсия иртәрәк — 11 июндә килә, почта аша аҡса ғәҙәти график буйынса — 3 июндән 25-нә тиклем таратыла.


Эшләп йөрөүселәргә 1,5 йәшкәсә баланы ҡарау буйынса пособие 5 июнгә тиклем күсерелә.


Балалы ғаиләләргә башҡа түләүҙәр 3 июндә бирелә.


Өс йәшкә тиклемге балаға әсәлек капиталынан айлыҡ түләү ғаиләләргә 5 июндә күсә.


Пособие һәм пенсия тураһында өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн 8-800-100-00-01 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-03/v-bashkirii-izmenen-grafik-vyplat-pensiy-v-prazdnichnye-dni-v-iyune-4262570



Вернуться назад