Синоптиктар Башҡортостанда йәшен һәм көслө ел тураһында иҫкәртте
Киләһе тәүлектә Башҡортостанда хәүефле метеорологик күренештәр фаразлана. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, йәшен йәшнәүе, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы, йәшен ваҡытында елдең секундына 18 метрға тиклем көсәйеүе мөмкин. Иртәгә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә.
Һауа температураһы төндә +7, +12°, көндөҙ +15, +20°. Ямғыр яуғанда юлдарҙың айырым участкаларында 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей.