Республикала эҫелек һүрелә02.06.2025
Фото: Ксения Калинина

Республикала эҫелек һүрелә

Башҡортостанда аномаль эҫелек бер аҙ һүрелә. 


Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, республика биләмәһенә һалҡын атмосфера фронты яҡынлаша. Йәшенле ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы, урыны менән елдең көсәйеүе көтөлә.


Шишәмбе, 3 июндә, һауа температураһы көндөҙ +18, төндә иһә  +9 градусҡаса түбәнәйә.


Ял көндәренә температура йәнә 28 градусҡа тиклем күтәрелә.


Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, июндә Башҡортостанда уртаса айлыҡ һауа температураһының норманан бер градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә (норма +17,4°). Айлыҡ яуым-төшөм нормаға яҡын, республиканың көньяғында норманан аҙыраҡ булыуы фаразлана.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-06-02/v-bashkirii-zhara-otstupit-na-neskolko-dney-4261292



Вернуться назад