"Башҡортостан" гәзитендәге "Исемлектә булмаған яугир" тигән мәҡәләне уҡығас, мин дә атайым тураһында яҙырға булдым. Уның яҙмышы әле лә йөрәгемде өйкәй.
Атайым Бөйөк Ватан һуғышына 1942 йылда алынған, уға тиклем “Мораптал” МТС-ында механик булып эшләгән, бронь менән ебәрмәй торғандар. Шулай ҙа дәһшәтле яуға үҙе теләп киткән. Уны 1944 йылдың апрелендә күрше бабай Ырымбурҙан ат менән барып алды. Ҡултыҡ таяғында ҡайтты, янбашы яраланыу сәбәпле, бер аяғына баҫа алмай ине.
Бик ауыр саҡ, колхозда эш бармай, шуға атайымды рәйес итеп һайланылар. Ни бары ике йыл ғына йәшәй алды. Үкенескә ҡаршы, 1946 йылдың мартында вафат булды. Ә беҙгә, балаларына, ҡайтҡас вафат булған тип ике йыл пособие түләмәнеләр. Әсәйемдең һөйләүе буйынса ғына беләм, ике йылдан һуң ғына аҙ-маҙ бирә башлағандар.
Атайһыҙ үҫеүҙең ауырлығын елкәбеҙҙә күп татыныҡ, күрмәгән нужа ҡалманы. Ни өсөндөр уның бер генә документы ла юҡ. Ҡайҙа ҡуйылғандыр, белмәйем. Әсәйем иҫән саҡта ҡыҙыҡһынылмаған. Күмертау ҡалаһы хәрби комиссариатына яҙып ҡарағайныҡ, исемлектә ундай кеше юҡ, тинеләр. Мәскәүгә лә яҙма рәүештә мөрәжәғәт иттек, әммә һөҙөмтә булманы.
Атайым Һиҙиәт Мөхәмәтйән улы Ишбаев 1912 йылда Көйөргәҙе районының Яманғол ауылында тыуған. Ауылда һуғыш яланында ятып ҡалғандарға обелиск ҡуйҙылар. Атайымдың исемен дә яҙығыҙ, тип әйтеп ҡарағайным да, ҡайтҡас мәрхүм булған бит, тинеләр. Был да сәбәп икән. Ул һәләк булғандар исемлегендә лә юҡ, иҫәндәр араһында ла хәтергә алынмай. Йәне һауала эленеп торған кеүек түгелме һуң? Атайым "Яңы юл" колхозы рәйесе лә ине, ошо йәһәттән дә онотолорға тейеш түгел дә баһа!
Миңә 72 йәш, брикет фабрикаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Шөкөр, мохтажлыҡ кисермәйбеҙ, бал ҡорто үрсетәбеҙ, ирем менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Тик атайымдың иғтибарҙан ситтә ҡалыуы ғына күңелде әрнетә.
Люциә УРМАНШИНА.
Күмертау ҡалаһы.