Өфөлә яңыртылған Яҙыусылар йортон асыу тантанаһы уҙҙы30.05.2025
Фото: Олег Яровиков

Өфөлә яңыртылған Яҙыусылар йортон асыу тантанаһы уҙҙы

Бөгөн Өфөлә «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе барышында Башҡортостандың төҙөкләндерелгән Яҙыусылар йортон асыу тантанаһы булды.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уны ремонтлау эштәре 2024 йылдың сентябрендә республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса башланды.


«Республикабыҙҙың Яҙыусылар йорто – абруйлы йәмәғәт ойошмаларының береһе. 1934 йылдан ул йөҙләгән һәләтле авторҙы берләштерә, уларҙың әҫәрҙәре Башҡортостандың ғына түгел, тотош илдең байлығына әүерелде. Бөгөн беҙҙең яҙыусылар — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүселәр араһында. Күптәрегеҙ алғы һыҙыҡҡа командировкаға барҙы, яугирҙәр менән осрашты, ә ҡайһы берҙәре әле алғы һыҙыҡта. Яҙыусылар союзына «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» циклы өсөн рәхмәтлемен», — тине Радий Хәбиров.


Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, һуңғы өс йылда республиканың Яҙыусылар союзына ярҙам күрһәтеүгә һәм уны үҫтереүгә 25 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.


Тантанала Радий Хәбиров республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.


Рәсәй китап союзы президенты Сергей Степашин да республика халҡын иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы. Радий Хәбиров Сергей Степашин менән Яҙыусылар йортон ҡарап сыҡты, МХО-ға барған яҙыусылар менән аралашты.


Бина янында «Өфө йүкәләре» әҙәби скверы барлыҡҡа килде. Был республиканың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтеү билдәһе булып тора. Ул «Өфө йүкәләре» йырының һүҙҙәрен Яҙыусылар йортонда эшләгән ваҡытында кабинеты тәҙрәһе янында үҫкән ағастарға ҡарап ижад иткән.


https://www.bashinfоrm.ru/news/social/2025-05-30/v-ufe-sostoyalos-otkrytie-obnovlennogo-doma-pisateley-bashkortostana-4256772



Вернуться назад