Республикала балалар ялы мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асыла30.05.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Республикала балалар ялы мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асыла

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы балалар ялы сифаты буйынса ҡыҙыу бәйләнеш ойоштора.


Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡтан шылтыратыуҙар 2 июндән 30-на тиклем 8 (347) 218 09 78 номеры буйынса ҡабул ителә.


Осрашып һөйләшеү йәки дәғүәләр төҙөү өсөн ҡулланыусылар министрлыҡҡа мөрәжәғәт итә ала. Адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13, 703-сө бүлмә.


«Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл республикала 1899 балалар лагеры эшләй. Балаларҙың йәйге ялына 3,3 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-30/v-bashkirii-zapuskayut-goryachuyu-liniyu-po-voprosam-detskogo-otdyha-4256273



Вернуться назад