Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте Башҡортостанда эшмәкәрлеген киңәйтә
Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте аудиторияны арттырыу һәм аң-белем эшен көсәйтеү маҡсатында Башҡортостанда эшмәкәрлеген киңәйтә. Бөгөн «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе барышында илдең төп мәғрифәтселек ойошмаһы менән йәмғиәттең республика бүлексәһе араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
«Беҙ хеҙмәттәшлек нөктәләрен билдәләнек. Хәҙер беҙҙең бурыс - «Белем», ысынында Советтар Союзындағы кеүек булһын өсөн барыһын да эшләү. «Белем» йәмғиәте – көслө ректорҙар, ойошҡанлы эш, халыҡтың ҡыҙыҡһыныуы арта, — тип яуап бирҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башинформ» журналисының һорауҙарына.
— Бынан тыш, вуз-ара кампуста беҙ мәғрифәтселек киңлеген астыҡ һәм унда «Белем», Хәрби-тарихи йәмғиәт, Тарихи йәмғиәт, Рус география йәмғиәттәрен берләштерҙек. Барыһы ла бер мөһим бурысты үтәй. Хәҙер беҙгә бының ни тиклем һөҙөмтәле һәм ҡыҙыҡлы икәнен ҡарарға кәрәк. Йыл аҙағында йомғаҡ яһарға тип һөйләштек».