Республикала балалар ялы мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу бәйләнеш эшләй
Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы балалар ялы сифаты буйынса ҡыҙыу бәйләнеш ойоштора.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡтан шылтыратыуҙар 2 июндән 30-на тиклем 8 (347) 218 09 78 номеры буйынса ҡабул ителә.
Осрашып һөйләшеү йәки дәғүәләр төҙөү өсөн ҡулланыусылар министрлыҡҡа мөрәжәғәт итә ала. Адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13, 703-сө бүлмә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл республикала 1899 балалар лагеры эшләй. Балаларҙың йәйге ялына 3,3 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.