Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы Башҡортостан халҡының ҡаһарманлығын баһалап бөткөһөҙ. Фронтта аҫыл ир-егеттәр ҡулына ҡорал алып алға барһа, тылдағы ҡатын-ҡыҙ һәм үҫмерҙәр станок артына баҫып ошо ҡоралдарҙы яһаны. “Барыһы ла Еңеү өсөн!” тигән лозунг аҫтында улар ал-ял белмәй эшләне. Дәһшәтле осорҙа СССР-ҙың төрлө төбәктәренән завод-фабрикалар Башҡортостанға күсерелде, ә инде халыҡ, ни тиклем ауыр булыуға ҡарамаҫтан, ул эште көйләп, мөһим деталдәр сығарҙы. Минең кандидатлыҡ диссертациям ошо һуғыш осоронда Башҡортостандың кесе ҡалаларының торошона бәйле. Мәскәүҙең Үҙәк архивының документтарына таянып өйрәнелгән мәғлүмәттәрҙе тәҡдим итмәксемен.
1941 йылдың икенсе яртыһында Дәүләт оборона комитеты ҡарары менән СССР-ҙың көнсығыш райондарына 10 миллиондан ашыу кеше оҙатылған, 1 523 эре сәнәғәт предприятиеһы күсереп төҙөлгән (Уралға — 667, Көнсығыш Себергә — 78, Волга буйына — 226). Был төбәктәргә нигеҙҙә танк, авиация һәм моторҙар эшләү предприятиелары, һуғыш припастары һәм ҡорал, 94 металлургия, 150 машиналар эшләү, 40 электротехник сәнәғәт заводы күсереп төҙөлгән. Һуғыштан алдағы осорҙа төҙөлгән йылытыу-энергетик, сеймал һәм аҙыҡ-түлек базалары, яңы транспорт магистралдәре эвакуацияланған предприятиеларҙы күсереү һәм төҙөүҙе тәьмин итеү өсөн уңайлы шарт булып тора. Беҙҙә улар Стәрлетамаҡ, Белорет, Ишембай, Благовещен, Дәүләкән кеүек бәләкәй ҡалаларҙа урынлаштырыла.
Яңы урында ҡорамалдарҙы эшкә көйләү, тейешенсә урынлаштырыу ҙур көс талап итә. Бер осраҡта тәғәйенләнгән урындағы бинаны яңыртып ҡорорға, икенсе осраҡта өҫтәмә рәүештә яңыһын төҙөргә кәрәк була. Стәрлетамаҡта иң ҙурҙан һаналған Ленин исемендәге станоктар эшләү заводы ярайһы уҡ уңышлы һәм тиҙ урынлаштырыла. Уның өсөн төҙөлөп бөтмәгән нефть ҡорамалдары заводының корпустары бирелә. 1941 йылдың октябрь аҙағына 1-се, 2-се, 3-сө, 4-се цехтар, слесарлыҡ-йыйыу, иретеп йәбештереү һәм инструменттар цехтары урынлаштырылып, эш башлай. “Металлист” артеленән заводҡа бирелгән бинала ҡойоу цехы урынлаша. 1941 йылдың декабрендә завод 6 000 дана деталь етештерә.
Тик шуныһы бәкәлгә һуға: квалификациялы кадрҙар — эшселәр, технологтар етешмәй, урындағы кадрҙарҙың әҙерлек кимәле лә иҫ китерлек булмай. Шуға ла тәүге осорҙа эшселәр йыш алмашына, етештереүҙе көйләп ебәреүе бик ауырға тура килә. 1941 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһына станоктар эшләү заводы артынса Баҡынан “Ҡыҙыл пролетарий” эвакуациялана. Ул Стәрлетамаҡ машина-трактор оҫтаханаһы базаһына урынлаштырыла. Хөкүмәт ҡарары менән 1941 йылда “Ҡыҙыл пролетарий” заводы нефть сығарыу сәнәғәте өсөн ҡаҙыу ҡорамалдары етештерә башлай. Йыл дауамында етештереүсәнлекте үҫтереү өсөн мөһим ҡорамалдар тулыһынса ипкә килтерелә. В.И. Ленин исемендәге заводҡа суйын ҡойоуға заказ ҡабул ителә, гидравлик пресс ҡуйыла, ГАЗ машинаһы валдарын шымартыу һәм көйләү ойошторола, ике кран ҡоралландырыла, болт киҫеү станогы эшкә ҡушыла, иретеп йәбештереү эштәре өсөн күсереп йөрөтмәле электр станцияһы эшләй башлай.
Шулай итеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҙур сәнәғәт үҙәгенә әйләнә. Сәнәғәт предприятиелары менән бер рәттән ҡалаға бик күп мәҙәниәт учреждениелары, юғары уҡыу йорттары һәм башҡа мәҙәни мәғариф усаҡтары күсерелә.
Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, предприятиелар эшләй, яңылары аяҡҡа баҫа. 1941 йылдың декабрь башында Дәүләкәнгә Харьков өлкәһенең Волчанск ҡалаһының аяҡ кейемдәре фабрикаһы күсерелә. ВКП(б)-ның Дәүләкән район комитеты ҡарары менән фабрикаға район ҡулланыусылар ойошмаһы, педагогия училищеһының ҡайһы бер биналары бирелә. Район Советы рәйесе Рябинин фабриканы ремонтлау өсөн кәрәкле төҙөлөш материалдары менән тулыһынса тәьмин итә. Дәүләкән машина-трактор оҫтаханаһынан тиҙ арала фабриканың ҡеүәт станцияһы моторҙарын тикшереү һәм ҡуйыу өсөн белгестәр бригадаһы бүленә. 1941 йылдың 31 декабрендә аяҡ кейемдәре фабрикаһы тәүге партияһын сығара.
Мәскәүҙең “Ураҡ һәм сүкеш” заводының биметал цехы ҡорамалдары Белорет металлургия заводына, Харцызск ҡалаһы һәм Одессаның канат заводтары Белорет ҡорос сым-канат заводына күсерелә. 1941 йыл дауамында улар байтаҡ ҡына сит ил ҡорамалы менән тәьмин ителә.
Бында 14-15 йәшлек үҫмер ҡыҙ һәм егеттәрҙе йыялар. Төп ауырлыҡ ҡатын-ҡыҙ иңенә төшә.
1941 йылда Ишембай ҡалаһына Баҡынан нефть ҡорамалдары заводы күсерелә. Йыл аҙағында Ишембайҙағы Сталин исемендәге завод үҙенең төп эшен — нефть ҡорамалдарын ремонтлай башлай. Бер үк ваҡытта “Башнефтестрой” тресы һәм “Ишембайнефть” МСК-һы көсө менән ҡаланың көньяҡ өлөшөндә завод цехтары төҙөлә. Ҡыҫҡа ваҡытта күпселек станоктар монтажлана һәм йыл аҙағына ҡуйылып бөтә.
Туапсенан килгән нефть ҡорамалдары заводы иһә Благовещен машиналар эшләү заводына ҡушыла. Килеп еткән ҡорамалдарҙы тиҙ арала монтажларға кәрәк. Туапсенан килтерелгән эш ҡорамалдары юғары механизацияланған булғанға күрә тура килмәй, шуға ла күп эштәрҙе ҡул менән башҡаралар.
Башҡортостанға эвакуацияланған күпселек предприятиеларҙың ҡорамалдарын урынлаштырыу һәм үҙләштереп, продукция бирә башлау 1942 йылдың урталарына тура килә. Ул ваҡытта Башҡортостандың ауыр сәнәғәте 1940 йылға ҡарағанда 2,5 тапҡырға күберәк продукция етештергән.
Һуғыштың көндән-көн ҡыҙа барыуы, дошмандың алдан ныҡ әҙерләнеүе ауыр сәнәғәтте һаҡлап алып ҡалыу ғына түгел, ә бик тиҙ ваҡытта фронт өсөн сифатлы продукция биреүҙе талап итә. Советтар Союзының көнбайышында урынлашҡан күпселек ҙур һәм урта ауыр сәнәғәт предприятиелары алыҫ Башҡортостанға күсерелеп, килгән һәм урындағы белгестәр, етәкселәр, эшселәр ярҙамында дошман өсөн үлемесле продукция етештерә лә башлай. Инженерҙар, эшселәр, хатта ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең теләге, хыялы бер булып, фронтты ваҡытында һәм өҙлөкһөҙ ҡорал менән тәьмин итеүгә өлгәшкәндәр.
Илфат СӘМСЕТДИНОВ,
тарих фәндәре кандидаты,
Өфө дәүләт авиация техник университетының өлкән уҡытыусыһы.