Республика Дәүләт Йыйылышы хәрби журналистарға ярҙам тураһында закон проектын хупланы29.05.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Республика Дәүләт Йыйылышы хәрби журналистарға ярҙам тураһында закон проектын хупланы

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары беренсе уҡыуҙа бер тауыштан «Башҡортостан Республикаһы киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияларына дәүләт ярҙамы тураһында» закон проектын ҡабул итте.


«Башинформ» хәбәр иткәнсә, закон проекты менән республиканың хәрби журналистарына дәүләт ярҙамы ҡарала, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ошо категорияһының, хәрби журналистика ветерандарының статусы, уларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль гарантиялар билдәләнә. Һәләк булған хәрби хәбәрселәрҙең туғандарына һәм хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә зыян күргән журналистарға түләүҙәр индереү планлаштырыла. Ярҙам сараларының аныҡ исемлеген республика хөкүмәте билдәләй.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-29/gossobranie-bashkirii-odobrilo-zakonoproekt-o-podderzhke-voennyh-zhurnalistov-4255194



Вернуться назад