Республикала парковка өсөн түләмәгән автомобиль хужаларына штраф һалына
Башҡортостанда түләүле парковка өсөн түләмәгән өсөн автомобиль хужаларына 1,5 мең һум штраф һалына. Бөгөн республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары 23-сө пленар ултырышта ошондай ҡарар ҡабул итте.
Республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына тейешле үҙгәрештәр һуңғы уҡыуҙа ҡабул ителде. Беренсе уҡыуҙа был закон проекты Дәүләт Йыйылышында уҙған йылдың ноябрендә ҡаралды. Кодекстың яңы редакцияһына ярашлы, парковкаға түләмәгән өсөн штраф тураһында ҡарарҙарҙы муниципалитеттарҙың административ комиссиялары ҡабул итергә тейеш.
Бынан алдараҡ Башинформ Өфөлә түләүле парковка булдырылыуы хаҡында яҙғайны.