Рособрнадзор түңәрәк өҫтәлдәр булған аудиторияларҙа БДИ үткәреүҙе тыйҙы29.05.2025
Фото: Валерий Шахов

Рособрнадзор түңәрәк өҫтәлдәр булған аудиторияларҙа БДИ үткәреүҙе тыйҙы

Берҙәм дәүләт имтиханын түңәрәк өҫтәл булған аудиторияларҙа үткәрергә ярамай. Был хаҡта Рособрнадзорҙың рәсми телеграм-каналы хәбәр итә. Ҡарар Мәскәүҙән ялыуҙы ҡарау йомғаҡтары буйынса ҡабул ителгән, унда тарих буйынса берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусылар ике аудиторияла түңәрәк өҫтәл артында ултырған.


Бынан алдараҡ «Башинформ» республика уҡыусыларының БДИ-ны нисек тапшырыуы хаҡында яҙғайны.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-29/rosobrnadzor-zapretil-provodit-ege-v-pomescheniyah-s-kruglymi-stolami-4255261



Вернуться назад