Алдағы көндәрҙә республикала эҫе һауа торошо һаҡлана29.05.2025
Фото: Галина Бахшиева

Алдағы көндәрҙә республикала эҫе һауа торошо һаҡлана

Алдағы көндәрҙә республикала йәшәүселәрҙе эҫе һауа торошо көтә, тип хәбәр итте синоптиктар. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын. Һауа температураһы көндөҙ +25, +30 градус.


Йома, 30 майҙа, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын. Һауа температураһы төндә +11, +16 градус, көнсығышта +6, көндөҙ +25, +30 градус.


Шәмбе, 31 майҙа, ошондай һауа торошо һаҡлана. Яуым-төшөм көтөлмәй. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын. Һауа температураһы төндә +11, +16 градус, көнсығышта +6, көндөҙ +27, +32 градус.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-05-29/v-blizhayshie-dni-v-bashkirii-sohranitsya-zharkaya-pogoda-4254591



Вернуться назад