16 июндә Ғафури районында “Төньяҡ амурҙары — 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт яугирҙәре” республика хәрби-тарихи реконструкция конкурс-фестивале тамамланды.
Өсөнсө конкурс-фестивалгә Салауат, Күмертау, Әбйәлил, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Өфө, Шишмә һәм Хәйбулла райондарынан 10 команда йыйылды.
Тәүге көндө милли көрәш, уҡ атыу, һөңгө ырғытыу буйынса ярыштар, шулай уҡ һыбай йөрөү күнекмәләре үткәрелде. Фольклор конкурсында ҡатнашыусылар халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау, халыҡ йырҙарын, ҡобайырҙар башҡарыу, риүәйәттәр һөйләү оҫталығын күрһәтте. Шәжәрә байрамы берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.
Сараның икенсе көнөндә викторина үткәрелде, тематик һүрәт конкурсына йомғаҡ яһалды. Фестивалде һыбай йөрөү, хәрби-тарихи реконструкцияны күрһәтеү, ХIХ быуат башындағы башҡорт милли кейемдәре, шулай уҡ урыҫ пехотасыһы мундиры менән таныштырыу буйынса оҫталыҡ кластары дауам итте. Көн Уҡлыҡаяға артылыу менән тамамланды.
Фестиваль-конкурстың һуңғы көнөндә “Сена өҫтөндә ҡурай моңо” фильмы күрһәтелде. “Хәрби-тарихи реконструкцияның үҙенсәлектәре һәм традициялары” тигән оҫталыҡ класынан һуң еңеүселәр билдәләнде. Өс көнлөк конкурс һөҙөмтәләре буйынса Шишмә районы командаһы еңеү яуланы. Икенсе урынды — Бөрйән районы, өсөнсөнө Күмертау ҡалаһы командаһы алды.
Бөрйән районы командаһы етәксеһе Айрат Баязитов сара йомғаҡтары буйынса Башҡортостан делегацияһы составында “Халыҡтар алышы” халыҡ-ара хәрби-тарихи байрамында ҡатнашасаҡ. Был байрам быйыл октябрҙә Лейпциг ҡалаһында үткәрелә.
Лилиә МУРСАЛОВА.