Башҡортостанда яңы һөнәри байрам барлыҡҡа килеүе ихтимал
Башҡортостанда яңы һөнәри байрам – Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре көнө барлыҡҡа килеүе мөмкин. Бөгөн ошо өлкәлә 2 меңгә яҡын кеше эшләй. Республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, күп функциялы үҙәктәр бөгөн халыҡ һәм власть органдарының берҙән-бер үҙ-ара эш итеү майҙансығы булып тора. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда күп функциялы үҙәктең 76 универсаль офисы һәм 63 территориаль бүлексәһе эшләй.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы киләһе пленар ултырышта ошо категорияға ингән хеҙмәткәрҙәр өсөн һөнәри байрам һәм маҡтаулы исем булдырыу тураһында закон ҡабул итергә йыйына. Байрамды 27 июлдә билдәләргә тәҡдим ителә. 2010 йылда тап ошо көндә «Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында» федераль законға ҡул ҡуйылған.
«Башинформ» Дәүләт Думаһында Башҡортостандың туғандарға мөлкәт бүләк иткәндә һалым ташламаһы индереү тураһында тәҡдимен хуплауҙарын хәбәр иткәйне.