Июнь һәм май22.06.2012
Май һәм июнь. Календарҙа —
Аралары бары бер ай.
Ә тарихта — дүрт йыл буйы
Ил иңендә һуғыш тынмай:
Башы — июнь, аҙағы — май.

Июнь һәм май — яҙ менән йәй,
1418 көн һуғыш тынмай.
Халҡым менән шул айҙарҙың
Береһе — көлә, береһе — илай.
Шомло июнь. Еңеүле май.

Июнь һәм май.
Хәҙер халҡым календарҙы
Үҙ яҙмышы һымаҡ аңлай:
Алда июнь — яу ҡуҙғалған,
Унан һуң май — еңеүле ай!

Риф ӘХМӘҘИЕВ.


Вернуться назад