Республикала күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды28.05.2025

Республикала күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды

Башҡортостанда тағы күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булды. Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.


Бүләкләнеүселәр араһында — Әлшәй, Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Благовещен, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Ейәнсура, Илеш, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Кушнаренко, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Өфө, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә райондары, шулай уҡ Күмертау һәм Өфө ҡалалары вәкилдәре.


Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 59 мең ишле ғаилә иҫәпләнә, был күрһәткес буйынса республика — Волга буйы федераль округында беренсе.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылда булдырылды. Был награда, республика ҡануниәтенә ярашлы, биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырыла.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-05-28/v-bashkirii-50-mnogodetnyh-zhenschin-udostoeny-medali-materinskaya-slava-4252981



Вернуться назад