Республиканың ике районында Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы трассаһын төҙөкләндереү эштәре башланды
Ҡариҙел һәм Мишкә райондарында Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы юлын ремонтлау башланды. Республиканың терәк юл селтәренә ингән трассаны яңыртыу эше «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса алып барыла. 4,3 саҡрым оҙонлоҡтағы участкала (Дәүеш – Һөйөндөк) япма яңыртыла, юл ситтәре нығытыла, тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Был трасса Өфөнө республиканың төньяҡ-көнсығышы менән тоташтыра. Бынан тыш, ошо юлдан Силәбе һәм Свердловск өлкәләренә сығырға мөмкин. Тәүлегенә трассанан 3 меңгә яҡын машина үтә. 2025 йылда Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мишкә, Бөрө райондарында биш юл участкаһын ремонтлау планлаштырыла. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо – 15 саҡрым. Эштәр йыл аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфө эргәһендәге Өршәк йылғаһы күперен төҙөкләндереүҙәре тураһында хәбәр иткәйне.