Йыл башынан Башҡортостанда 22 кеше һыуға батып үлгән
Йыл башынан Башҡортостанда 22 кеше һыуға батҡан, тип хәбәр итте Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса уҡыу-методик үҙәге етәксеһе Татьяна Норкина Республикаға идара итеү үҙәгендә биргән итервьюһында. Улар иҫәбендә Стәрлетамаҡтан һәм Көйөргәҙе районынан ике бала ла бар.
Спикер һүҙҙәренсә, балалар йылға һәм күл буйҙарында өлкәндәр менән генә ял итергә тейеш, ә һыу инеү өсөн рәсми пляждарҙы ғына һайларға кәрәк. Йәйгеһен республикала йәмғеһе 192 пляж асыла.